Русия води позорна война срещу Украйна.     Бъдете с Украйна!
Споделяне
Размер на шрифта
Оригинален текст

Текст на „State Anthem of the Republic of Bashkortostan - Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гимны (Başqortostan Respublikahınıñ Däwlät gimnı)“

Беренсе куплет:
Башҡортостан, һин һөйөклө ғәзиз ер,
Халҡыбыҙҙың изге Ватаны.
Сал Уралдан ҡалҡа бар тарафҡа
Тыуған илдең тыныс ал таңы.
 
Ҡушымта:
Дан һиңә, Башҡортостан!
Илен һөйгән азат халҡыңа дан!
Рәсәй менән бөйөк берҙәмлектә
Сәскә ат, Башҡортостан!
 
Икенсе куплет:
Башҡортостан, һин хөрмәтле данлы ил,
Еңеү яулап алға бараһың.
Киләсәккә яҡты нур-моң сәсә
Һинең ғорур рухлы байрағың.
 
Ҡушымта
 
Өсөнсө куплет:
Республикам, йондоҙ булып балҡы һин,
Күкрәп йәшә, гүзәл илебеҙ.
Тыуған ерҙә һүнмәҫ усағыбыҙ,
Тыуған телдә тынмаҫ йырыбыҙ.
 
Ҡушымта
 

 

Коментари