Russia is waging a disgraceful war on Ukraine.     Stand With Ukraine!
  • Bashkir Folk

    Бер алманы бишкә бүләйек

Share
Font size
Original lyrics

Бер алманы бишкә бүләйек lyrics

Арҡаларҙан арпа урайыҡ,
Туғайҙарға төшөп ҡунайыҡ,
Бер алманы бишкә бүләйек,
Бер алманы бишкә бүләйек,
Беребеҙ өсөн беребеҙ үләйек.
 
Һөйләгәндәр, әй һөйләһен,
Ишетмәгән кеше булайыҡ,
Айырылмаҫлыҡ дуҫтар булайыҡ,
Айырылмаҫлыҡ дуҫтар булайыҡ,
Был дөнъяның кәҙерен беләйек.
 
Түңәрәк тә, һай, ҙур ялан,
Ат уйнатам тиһәң, тау яман;
Ел елләмәй ҡурай һелкенмәй,
Ел елләмәй ҡурай һелкенмәй,
Бер йырламай йөрәк елкенмәй.
 
Бер алманы бишкә бүләйек,
Беребеҙ өсөн беребеҙ үләйек.
Айырылмаҫлыҡ дуҫтар булайыҡ,
Был донъяның кәҙерен беләйек.
Был донъяның кәҙерен беләйек.
 

 

Translations of "Бер алманы бишкә ..."
Bashkir Folk: Top 3
Comments