Advertisements

Please help to translate "Ак болоттар"

Bashkir/Transliteration/Transliteration 2
A A

Ак болоттар

Аҡ болоттар ағылаһығыҙ ҡай тарафҡа юғалып,
Ҡайҙа былай ашығаһығыҙ, һауанан юлдар табып?
Ҡайҙа алып бара һеҙҙе, оҙон һауа юлдары?
Ҡаршылаймы иртән һеҙҙе, алсаҡ ҡояш нурҙары?
 
Аҡ болоттар, аҡ болоттар,
Ҡайҙа былай ашығаһағыҙ,
Аҡ болоттар, болоттар?
Аҡ болоттар, аҡ болоттар,
Ниңә былай ашығаһығыҙ,
Аҡ болоттар, болоттар?
 
Етеҙ елдәр ашыҡтыра һеҙҙе наҙлап юлдарға,
Белмәй елдәр урғып ташҡан көсөн ҡайҙа ҡуйырға,
Аҡ болоттар ағылаһығыҙ, ҡай тарафҡа юл алып,
Бармы һеҙҙең йорт ҡурағы, ял итергә туҡталып?
 
Аҡ болоттар, аҡ болоттар,
Ниңә былай ашығаһығыҙ?
Аҡ болоттар, аҡ болоттар,
Ҡайҙа былай ашығаһығыҙ?
 
More translations of "Ак болоттар"
Comments