Per favore aiutaci a tradurre “Йөрәгемдә һайрай һандуғас (Yörägemdä hayray handuğas)”

Bashkir
A A

Йөрәгемдә һайрай һандуғас (Yörägemdä hayray handuğas)

I.
Ҡупшыуланып гөрләп сәскә ата,
Һин ултыртҡан һомғол алмағас.
Алмағасты ҡосаҡларҙай булып,
Йөрәгемдә һайрай һандуғас.
 
ҡушымта: (2x)
Айырылышыу һағыштарын йотоп,
Һине һуштан яҙып һағынғас,
"Уфтанма"- тип, наҙлап йыуатҡандай,
Йөрәгемдә һайрай һандуғас.
 
II.
Хозурланып таңғы офоғтарҙа,
Һин яратҡан йондоҙ ҡабынғас,
Йондоҙ нурҙарына талпынғандай
Йөрәгемдә һайрай һандуғас.
 
ҡушымта: (4x)
Айырылышыу һағыштарын йотоп,
Һине һуштан яҙып һағынғас,
"Уфтанма" - тип, наҙлап йыуатҡандай,
Йөрәгемдә һайрай һандуғас.
 
Commenti dell’autore:

Абдулхаҡ Игебаев һүҙҙәре, Артур Туҡтағолов көйө / Слова: Абдулхак Игебаев (стихи), музыка: Артур Туктагулов.

Commenti fatti