Russia is waging a disgraceful war on Ukraine.     Stå med Ukraina!
  • Roza Akkuchukova

    Ромашкалар

Dela med sig
Textstorlek
Original

Ромашкалар

Аҡ сәскәләр, аҡ йондоҫтар*
Ҡалды сихри төндәремдә.
Һин саҡырһаң, саҡыр мине
Аҡ сәскәле көндәремә.
 
ҡушымта (2 тапҡыр):
Ромашкалар, ромашкалар,
Мөхәббәтем, һин ҡайҙа?
Аҡ бәхетем тороп ҡалған
Аҡ сәскәле туғайҙарҙа.
 
Әйтә алманым кеүек һаман
Иң ҡәҙерле гөлдәремде.
Шул сәскәләр араһында
Күрәм ғашиҡ күҙҙәреңде.
 
ҡушымта:
Ромашкалар, ромашкалар,
Мөхәббәтем, һин ҡайҙа?
Аҡ бәхетем тороп ҡалған
Аҡ сәскәле туғайҙарҙа.
 
Көн дә аңдым иркәм һине,
Һинең назлы ҡарашыңды.
Күңелемде алып кил һин
Минең бәхет-ҡояшымдан.
 
ҡушымта (2 тапҡыр):
Ромашкалар, ромашкалар,
Мөхәббәтем, һин ҡайҙа?
Аҡ бәхетем тороп ҡалған
Аҡ сәскәле туғайҙарҙа.
 
Аҡ сәскәле туғайҙарҙа...
 

 

Kommentarer