✕
Asli
Terjemahan
Штиль
Елһеҙлек
Елһеҙлек, ел өнһөҙ тора
Аҡ аҡсарлаҡ һымаҡ төпкә төшөп китте
Елһеҙлек, карабыбыҙ онотолдо
Йоҡо менән баҫтырылған донъяла ул яңғыҙ
Бөтә замандар араһында
Исемһеҙ һәм йөҙһөҙ булып
Елдең уяныуын
Көтмәйбеҙ инде!
Елһеҙлек, аҡылдан яҙабыҙ
Эҫелектән ҡара ыҫмала еҫе аңҡый
Берәүҙең генә үлеүе кәрәк
Һәм беҙ, беҙ өйгә ҡайтырбыҙ!
Уның ҡаны һәм ите
Беҙҙе киренән туйҙырасаҡ
Ә үлеме өсөн
Бәлки, Хоҙай алдында сауаплы булыр!
Беҙҙе нимә көтә? Диңгеҙ тын тора
Йәшәүгә һыуһау йөрәктәрҙе төбөнә тиклем киптерә
Ләкин бында ғүмерҙең ҡәҙере юҡ -
Башҡаларҙыҡының, әммә һинекенең түгел!
Юҡ, күктән күк күкрәмәне
Ҡырағай йәнлектәр кеүек ҡан эскәндә
Әммә Көньяҡ Тәре тип аталған йондоҙлоҡтоң
Ялтырап тороуо түҙеп булмаҫлыҡ булып китте
Һәм һуңғы мәлдә
Тулҡын күтәрелде
Һәм ҡысҡырыу ишетелде:
"Алда ер!"
Беҙҙе нимә көтә? Диңгеҙ тын тора
Йәшәүгә һыуһау йөрәктәрҙе төбөнә тиклем киптерә
Ләкин бында ғүмерҙең ҡәҙере юҡ -
Башҡаларҙыҡының, әммә һинекенең түгел!
Беҙҙе нимә көтә? Диңгеҙ тын тора
Йәшәүгә һыуһау йөрәктәрҙе төбөнә тиклем киптерә
Ләкин бында ғүмерҙең ҡәҙере юҡ -
Башҡаларҙыҡының, әммә һинекенең түгел!
✕










If the internet has survived the capitalistic era, then I send my heartly regards to the ones who'll be reading this so many years after. I hope you're doing well