• Elvin Grey

    Каеннар

    Tatarisch → Baschkirisch

Teilen
Font Size
Baschkirisch
Übersetzung

Ҡайындар

Аҡ ҡайындар араһына,
Аҡ ҡайындар янына
Кереп киттең һин йүгереп,
Эй ҡағына-ҡағына.
 
Һылыу - һының, аҡ - күлдәгең,
Һин аҡлыҡҡа күмелдең.
Күҙҙәремә һин үҙең дә
Ҡайын булып күрендең.
 
Ҡайһы ҡайын да, ҡайһы һин -
Айыра алмай тик торам...
Яңғыҙ ҡайынды ҡосҡанмын,
Мин уны һин тип торам.
 
Ҡайындар менән шаярып,
Оҙаҡлап уйнанығыҙ.
Ахырыһы, мине бөтөнләй
Күрмәй, тип уйланығыҙ.
 
Tatarisch
Originaltext

Каеннар

Klicken, um den Originaltext zu sehen (Tatarisch)

Übersetzungen von „Каеннар“

Baschkirisch
Russisch #1, #2
Kommentare