• Epidemia

    Bashkir translation

Share
Subtitles
Font Size
Bashkir
Translation

Тәңкәләрҙең сыңы

Тормошо тынғыһыҙ ине
Сөнки һуғыштар булған ерҙә уның эштәре лә бар
Тик бер саҡ абынып
Бойороҡ үтәмәйенсә
Антын онотҡан!
Дошман сәпте күрһен өсөн
Ул төндә ым биргән
Вә барыһын да юҡ иткән!
 
Тәңкәләрҙең сыңы яҡты донъяны томалай
Рухтары сибек булғандарҙы һуҡырайта!
Мин үлтерелдем, әммә язам ашығып килә -
Һинең артыңдан тамуҡтан кире ҡайтасаҡмын!
 
Үс алыу теләге янһын йөрәгемдә
Тиҙҙән хыянатсы үлемен ут эсендә табасаҡ
Вә кисеү урынын белмәйенсә
Миҙгелен дә белмәйенсә
Мин уны табасаҡмын!
Ул Хоҙайға ышанмай
Ул үҙ юлы менән бара
Туранан-тура бушлыҡҡа!
 
Тәңкәләрҙең сыңы яҡты донъяны томалай
Рухтары сибек булғандарҙы һуҡырайта!
Мин үлтерелдем, әммә язам ашығып килә -
Һинең артыңдан тамуҡтан кире ҡайтасаҡмын!
 
Вә кисеү урынын белмәйенсә
Миҙгелен дә белмәйенсә
Мин уны табасаҡмын!
Ул Хоҙайға ышанмай
Ул үҙ юлы менән бара
Туранан-тура бушлыҡҡа!
 
Тәңкәләрҙең сыңы яҡты донъяны томалай
Рухтары сибек булғандарҙы һуҡырайта!
Мин үлтерелдем, әммә язам ашығып килә -
Һинең артыңдан тамуҡтан кире ҡайтасаҡмын!
 
Тәңкәләрҙең сыңы яҡты донъяны томалай
Рухтары сибек булғандарҙы һуҡырайта!
Мин үлтерелдем, әммә язам ашығып килә -
Һинең артыңдан тамуҡтан кире ҡайтасаҡмын!
 
Russian
Original lyrics

Звон монет

Click to see the original lyrics (Russian)

Play video with subtitles

Translations of "Звон монет (Zvon ..."

English #1, #2, #3
Bashkir
Comments