✕
Был ғүмер
I.
Уҙып ҡына барған был ғүмерҙең
Кире ҡайтмаҫлығын мин беләм,
Ә шулай ҙа артыҡ бошонмайым |
Үҙ юлымдан һаман мин киләм. | 2x
II.
Әлмисаҡтан алып хәҙергәсә
Фәрештәләр беҙҙе етәкләй.
Имен-аман торһа был донъялар,|
Миңә артыҡ бер ни кәрәкмәй. | 2x
III.
Был донъяның тәмен күп татыным,
Күп түләнем хаҡын йәлләмәй.
Йырҙарымды һеҙгә йырлап торһам,|
Миңә артыҡ бер ни кәрәкмәй. | 4x
Миңә артыҡ бер ни кәрәкмәй. | 2x
You can thank submitter by pressing this button
投稿者コメント:
Дамир Әҙелбаев көйө вә һүҙҙәре / Музыка и слова: Дамир Адельбаев.
lyrics powered by 911pesni.ru
Farit Bikbulatov TOP 3
コメントするにはログインまたは新規登録してください。









